"Ир егеттең һүҙе-аҡылдың үҙе
Февраль 24, 2022
Просмотров: 94
Б. Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә хәрби- патриотик айлыҡ сиктәрендә 23 февраль- Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм Совет ғәскәрҙәренең Афганистандан сығарылыуына арналған «Ир-егеттең һүҙе- аҡылдың үҙе» исемле кисә үтте. Байрам сараһы түңәрәк өҫтәл формаһында тик ир –егеттәр менән уҡыусы малайҙар, егеттәр өсөн ойошторолдо. Тантанаға мәртәбәле ҡунаҡтар, ауылыбыҙҙың төрлө өлкәләрендә эшләгән, иңдәрендә бай тәжрибә туплаған ир уҙамандары : Мәхмүтов Азат Фазулла улы, Юртбаков Рәсүл Ғилметдин улы, Йәмғоров Рафаэль Сәйетғәле улы, Сөләймәнов Хәлит Хәмзә улы, Ҡасҡынов Мәжит Хәмитйән улы, Абулгазин Мөдәрис Фазулла улы саҡырылды. Әлбиттә, улар менән бер рәттән Афган һуғышы ветерандары Йосопов Юнир Фәрғәт улы, Буранбаев Рим Байназар улы, Мортазин Шәфкәт Нөрмөхәмәт улы кисәнең төп геройҙары булды. Ошо ҡунаҡтар араһында бынамын тигән 4 ул тәрбиәләгән Хисмәтуллина Әлфиә Бәшәр ҡыҙы байрам сараһында үҙенең кәңәштәрен еткерҙе.Тағы ла йәш булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ауылында төплөнеп, үҙ эшен асып, гөрләтеп донъя көткән Һунарғолов Ҡадир Камил улының да уҡыусыларға әйтер һүҙе бар ине.Саҡырылған ҡунаҡтар үҙҙәренең тормош юлдары, эш тәжрибәләре менән уртаҡлашып, уҡыусы ир балаларҙы тырышып уҡырға, хеҙмәт һөйөргә, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ булырға саҡырҙылар.Уларҙың һәр әйткән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, ә үҙ сиратында уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алдылар. Кисәгә шиғыр һөйләүселәр конкурсының, хәрби –патриотик йырҙар маршының еңеүселәренең сығышы йәм өҫтәне. Сара тәрбиәүи яҡтан бик отошло булды, киләсәктә уҡыусылар ил-ағаларының әйткән фекерҙәрен иҫтә тоторҙар тип ышанам. Сөнки ауылдың киләсәге ошо уҡыусы балалар иңендә.