Һуңғы ҡыңғырау

Май 18, 2022 Просмотров: 24

Һуңғы ҡыңғырау! Ул йәшлектең

 Онотолмаҫлыҡ яҡты бер мәле.

 Киләсәккә тәүге бер аҙым ул,

  Мәктәп йылдарының бар йәме!

Бөгөн барыбыҙ өсөн дә иң тантаналы һәм иҫтәлекле көндәрҙең береһе, беҙҙең 9-сы класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау. Яҙҙың иң матур, йәмле көндәренең береһендә мәктәптәребеҙ үҙҙәренең ҡарлуғастарын – уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора.Ошо тантана уңайнан уҡыусыларҙы мәктәп директоры, тәүге уҡытыусылары, ата-әсәләр тәбрик итеп иҫтәлекле бүләктәр тапшырып киттеләр.

Кисәнән һуң уҡыусылар иҫтәлеккә фото төштөләр һәм әсәйҙәр тарафынан әҙерләнгән тәмле сәйҙән ауыҙ иттеләр.