Башҡорт китабы аҙналығы
Сентябрь 15, 2022
Просмотров: 14
Ҡаратал ауылы китапханаһында «Башҡорт китабы аҙналығы» сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы, драматург Таңсулпан Ғарипова ижады, бәләкәстәр өсөн яҙылған «Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ мажаралары» китабы менән балалар баҡсаһында танышыу үтте. Китапханасы Гөлдәр Нәсих ҡыҙы балаларға әкиәтте һөйләп ишеттерҙе, ә инде балалар төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар бирҙеләр. Әкиәт балаларға бик ныҡ оҡшаны, яратып тыңланылар.