Снежные постройки
Декабрь 5, 2022
Просмотров: 19
#ППМИ2023
Йыһандан атлай Яңы йыл,
Етеп килә ул Ергә, Ҡаршылай уны Ҡыш Бабай
Ҡарһылыу менән бергә.
Яңы йылды Б. Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары ла түҙемһеҙлек менән көтә. Яңы йыл байрамы- мөғжизәләр иле. Быйыл да мәктәп алдын төрлө әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, йыл хужаһы- Ҡуян биҙәй. Ҡар һындарын эшләргә ата-әсәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре актив ҡушылды. Халҡыбыҙҙың «Күмәкләгән яу ҡайтарған» мәҡәленә ярашлы, күҙҙең яуын алырҙай ҡар һындары барлыҡҡа килде. Улар көндә уҡыусыларҙы ҡаршы алыр һәм дә оҙатыр. Ошондай матурлыҡ тыуҙырырға ярҙам иткән ата-әсәләргә, олатай-ҡартатай, инәйҙәргә, класс етәкселәренә ОЛО рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Яңы йыл яңы уңыштар, шатлыҡтар алып килһен!!!