Сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләр йыйылышы
Январь 20, 2023
Просмотров: 40
19 ғинуар көнө Беренсе Этҡол мәктәбендә уҡыусылар, уҡытыусылар һәм 9 -11-се кластың ата-әсәләре менән берлектә ата-әсәләр йыйылышы булып үтте. Унда дәүләт имтихандарына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Предмет уҡытыусыларының сығышынан һуң, директор урынбаҫарҙары Азаматова Әлфирә Әхмәт ҡыҙы һәм Ҡотосова Гөлсинә Динислам ҡыҙы уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Ата-әсәләр ҙә ошондай йыйылыштарҙы үткәреүҙең һөҙөмтәле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ йыйылышта "Урындарҙағы инициативаларҙы хуплау проекты "нда ҡатнашыу буйынса һөйләшеү булды, ата-әсәлар хупланылар.