Ҡоштар байрамы

Апрель 11, 2023 Просмотров: 117
Бөгөн башланғыс кластар өсөн "Ҡоштар байрамы " үтте. Сараны 3-сө класс уҡыусылары ҡоштар тураһында шиғырҙар һәм йырҙар менән башлап ебәрҙе. Артабан уҡыусылар "Ҡарлуғастар" һәм "Сыйырсыҡтар" командаһына бүленеп ярыштылар. Командалар "Тауышынан таны", "Ҡоштарҙың исемен беләһеңме?", ҡоштар тураһында йомаҡтар һәм башҡа ҡоштар темаһына арналған ярыш төрҙәрендә бик ихлас ҡатнаштылар. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса "Ҡарлуғастар" командаһы еңеүсе тип баһаланды. Сара һуңынан " Ҡоштар - беҙҙең ҡанатлы дуҫтар!" исемле һүрәттәр конкурсы еңеүселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.