Мәктәпте инициативалы бюджетлау

Январь 22, 2024 Просмотров: 1560
Башҡортостан Республикаһының мәктәптәрендә инициативалы бюджетлау проекттарын һайлап алыу конкурсы старт алды. Был проектҡа Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары ла әүҙем ҡушылды.Шуныһы ҡыуаныслы, проекттарҙы финанслау республика һәм муниципаль бюджет, шулай уҡ бағыусылар ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу маҡсатында комиссия төҙөлдө, йыйылыш булып үтте. Йыйылышта комиссия уҡыусыларҙы проекттың маҡсаты, йүнәлештәре, норматив-хоҡуҡи документтары менән таныштырҙы. 8-11-се класс уҡыусылары үҙҙәре ниндәй проблеманы хәл итеүҙе билдәләнеләр һәм инициатива проекттарын тәҡдим итә башланылар. Бөтәһе биш проект тәҡдим ителде: "Театр түңәрәгенә костюмдар", "Мәктәп музейын реставрациялау", "Китапханаға -яңы формат", "Мәктәпкә -автоҡаласыҡ", "IT зона". Уҡыусылар тарафынан командалар төҙөлөп, проекттар буйынса йәнле эш башланды.
Проектта ҡатнашҡан командаларға уңыштар!