Хыял артынан
Январь 29, 2024
Просмотров: 1467
Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол мәктәбендә “Мәктәпте инициативалы бюджетлау” проекты буйынса эштәр планға ярашлы дауам итә. Күптән түгел уҡыусыларҙың дөйөм йыйылышында һәр төркөм үҙ проектын яҡлап сығыш яһаны.Әлбиттә,һәр команданың ҡуйған маҡсаттары уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уята, тәҡдимдәре урынлы һәм ваҡытлы күтәрелә.Барлыбаева Алтынайҙың төркөмө мәктәп китапханаһына яңы һулыш индергеһе килә, ә Моталлапова Әминә етәкләгән төркөм мәктәп театрының йәш әртистәрен яңы костюмдарҙа күрергә теләй. Азаматова Әдилә һәм уның фекерҙәштәре уҡыусыларҙа патриотик тәрбиәне көсәйтеү маҡсатында мәктәп музейын яңыса үҙгәртергә теләһә, Вәлитова Гөлкәйҙең командаһы иғтибарҙы заманса компьютер класына йүнәлтте. Ә бына Ғәлина Наҙгөлдөң төркөмө уҡыусыларҙы автоҡаласыҡҡа саҡырҙы.Нисек кенә булмаһын, һәр уҡыусының үҙ фекере, үҙ ҡарашы бар, һөҙөмтәлә күпселек тауыш менән “IT зона” проекты еңеп сыҡты.Артабан да уларға уңыштар ғына теләргә ҡала.