Яңы информатика кабинетын асыу

Ноябрь 11, 2024 Просмотров: 803
Республикала йылдан-йыл балалар өсөн төрлө программалар, проекттар әүҙемләшә. Былар барыһы ла беҙҙең киләсәк быуын, балалар өсөн эшләнелә. Шуларҙың береһе уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау программаһы. Былтырғы уҡыу йылында уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау программаһында ҡатнашып, информатика кабинетын ремонтлауға һәм йыһазландырыуға өлгәштек. 11 ноябрь көнө уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау программаһы нигеҙендә яңы информатика бүлмәһен асыу тантанаһы үтте. Тантаналы линейкала 1-се Этҡол ауыл Советы башлығы Мәхмүтов Шамил Азат улы, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҡатнашты. Бөгөнгө көндә информатика бүлмәһенә республика бүлгән аҡсаға 8 ноутбуктар, төҫлө Принтер, музыкаль үҙәк, микрофон, лего алдыҡ. Спонсорҙар ярҙамында парталар, ултырғыстар, шкаф һәм компьютер ултырғыстары алынды. Ауылдаштар, сығарылыш уҡыусылары, мәғариф ветерандары, ата-әсәләр быны беҙ һеҙҙең менән берлектә башҡарҙыҡ. Барығыҙға ла ҘУР РӘХМӘТ!
Шулай уҡ айырым рәхмәтемде мәктәп коллективына әйткем килә. Документ эшенән башлап, кабинетҡа ҡайтарылған йыһаздарын урынлаштырыуға тиклем эштәрҙе атҡарып сыҡтылар. Һәр кем үҙенең өлөшөн индерергә тырышты. Афариндар. Артабан да имен-һау йәшәргә һәм эшләргә яҙһын , ғаилә именлеге ,балалар ҡыуанысы һәм дә эшегеҙҙә уңыштар, юғары үрҙәр насип итһен. Донъялар тынысланып китһен. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ. Мәктәбебеҙ гөрләп эшләп торһон, балалар тауышы тынмаһын. Тыуған мәктәбебеҙ һәр кемдең хыялын тормошҡа ашырырға, белем, тәрбиә алырға, үҫешергә, шатланырға һәләтле урын булып ҡалһын.
Беҙ, Беренсе Этҡол мәктәбе коллективы, мәктәбебеҙгә сәскә атыу, ҙур ҡаҙаныштарға, яңы йүнәлештәргә мөмкинселектәр асыу өсөн тәрбиә усағы булып ҡалһын,тип теләйбеҙ