«Хәүефһеҙ баласаҡ»
Ноябрь 7, 2024
Просмотров: 1
7 ноябрь көнө Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбендә «Хәүефһеҙ баласаҡ» темаһына ата-әсәләр конференцияһы үтте. Балаларҙы рухи йәһәттән дә,физик яҡтан да һау-сәләмәт итеп нисек үҫтерергә? Уларҙың хоҡуҡтарын боҙмайынса, урам йоғонтоһонан, насар ғәҙәттәрҙән нисек араларға? Конференцияла ата-әсәләр алдында ошондай һорауҙар күтәрелде. Беренсе нәүбәттә мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхмүтова Гүзәл Айҙар ҡыҙы ғаиләләрҙә рухи тәрбиә ҡиммәттәре тураһында һөйләп үтте. Матди байлыҡ менән бер рәттән балаларҙың эске күңеленә, уларҙың үҙҙәренен тотоштарына, кем менән аралашыуҙарына иғтибарҙы йәлеп итергә саҡырҙы.Мәктәп директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ҡотосова Гөлсинә Динислам ҡыҙы белем усағының хәҙерге торошо менән таныштырҙы.Артабан һүҙҙе бәлиғ булмаған балалар эше буйынса полиция хеҙмәткәре, бүлек начальнигы, подполковник Усманова Дилә Зекериә ҡыҙы дауам итте. Ул районда балалар араһындағы хоҡуҡ боҙоуҙар, юл йөрөү ҡағиҙәләре,коммендант сәғәте, уларҙы теүәл үтәү кәрәклеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның эшмәкәрлеге менән дә таныштырҙы. Райондың бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның төп белгесе Атангулова Лина Ринат ҡыҙы үҙ сығышында үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын булдырмау өсөн ваҡытында саралар күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнө алды. Шулай уҡ конференцияла бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор Уелданов Денис Самат улы ла ҡатнашты. Артабан республика йәштәр психологик бүлегенең Көнъяҡ филиалы мөдире Мукаева Эльвира Ирек ҡыҙы ата-әсәләргә психологик алымдар,буллинг төшөнсәһе, уның балалар араһында киң таралыуы һәм дә дөрөҫ юлды табырға йүнәлтмәләр бирҙе. Иң аҙаҡҡы өлөштә тренинг, ата-әсәләр өсөн ял минуттары үткәреп, сертификаттар тапшырҙы. Ата-әсәләр конференцияһын мәктәптең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Әлфирә Әхмәт ҡыҙы алып барҙы.