Балалар һабантуйы

Июнь 1, 2025 Просмотров: 93

           Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй.  Ошо матур байрам уңайынан бөгөн  мәктәп яны көндөҙгө йәйге һауыҡтырыу лагерында  ял итеүсе балалар өсөн "Балалар һабантуйы" үтте. Балалар өсөн төрлө уйындар, асфальтҡа һүрәт төшөрөү ойошторолдо. Һәр бала бүләктәр алып ҡыуанды. Еребеҙҙә балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, уларҙың киләсәге яҡты, тыныс булһын!