Лагерзың 3-сө көнө
Июнь 1, 2025
Просмотров: 44
Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Ошо матур байрам уңайынан бөгөн мәктәп яны көндөҙгө йәйге һауыҡтырыу лагерында ял итеүсе балалар өсөн "Балалар һабантуйы" үтте. Балалар өсөн төрлө уйындар, асфальтҡа һүрәт төшөрөү ойошторолдо. Һәр бала бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай уҡ "Иғтибар, балалар!" акцияһы сиктәрендә юл хәүефһеҙлеге буйынса викторина үткәрелде. Еребеҙҙә балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, уларҙың киләсәге яҡты, тыныс,хәүефһеҙ булһын!