Лагерҙың 2-се көнө

Май 31, 2025 Просмотров: 21


Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Ер йөҙөндәге һәр бер бала бәхетле булһын! Ошо матур байрам уңайынан бөгөн  мәктәп янындағы көндөҙгө йәйге лагерҙа ял итеүсе балалар өсөн халыҡ уйындары ойошторолдо. Балалар   « Осто- осто», «Йәшерәм яулыҡ» һәм башҡа уйындарҙы ихласлап,  яратып уйнанылар.Ҡәҙерле балалар! Һәр көнөгөҙ шатлыҡҡа тулы булһын!  Сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!