Лагерь асылды

Май 30, 2025 Просмотров: 1

Ниһайәт , уҡыусыларҙың көтөп алған йәйге каникулдары етте. Быйылғы йылда мәктәп янында 21 көн дауамында балалар өсөн һауыҡтырыу лагеры эшләйәсәк . "Ҡояшҡай" тип исемләнгән лагерь бөгөн үҙ эшен башлап ебәрҙе . Тәүге көндә тәрбиәләнеүселәр ике төркөмгә бүленеп , һәр отряд үҙенең исемен, девизын уйланы, үҙ мөйөшөн биҙәне. Улар "Йәйғор" һәм "Тамсылар" атамаларын һайланы. Балаларҙың йәйге ялы күңелле һәм файҙалы үтһен!