Лагерҙың 7-се көнө
Июнь 5, 2025
Просмотров: 96
Мәктәп янында ойошторолған йәйге һауыҡтырыу лагерында көн һайын төрлө мауыҡтырғыс саралар үтеп тора. Физкультура уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы, лагерь тәрбиәләнеүселәрен тәбиғәткә экскурсияға алып сығып, бик күңелле ял ойошторҙо. Шулай уҡ
"Юл хәүефһеҙлеге" көнөнә арнап тәрбиәсе Вәлитова С.Й. командалар араһында уйын үткәрҙе. Командалар юл ҡағиҙәләре, юл билдәләре буйынса белемдәрен һынанылар, ребустар систе.Уйын формаһында үткән был саранан уҡыусылар үҙҙәренә файҙалы,кәрәкле мәғлүмәт алғандыр тип ышанғы килә.