Лагерҙың 13 -сө көнө
Июнь 11, 2025
Просмотров: 1037
#ЛетнийОздоровительныйЛагерь2025
Бөгөн мәктәп янындағы йәйге лагерға йөрөүсе уҡыусылар өсөн Сыңғыҙ мәктәбендә урынлашҡан Хөсәйен Әхмәтовтың музейына экскурсия ойошторолдо.Уҡытыусы Алтынбаева М.Ә. музейҙың асылыу тарихы, бөйөк композиторҙың ижады, шәхси әйберҙәре тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.Шулай уҡ айырым бүлмәлә хәрби экспонаттар туплана башлаған.Ундағы әйберҙәр уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.Ҡайтҡан саҡта Буранбай ауылы эргәһендәге Һыулүҙәк шишмәһенә туҡтаныҡ. Ауылға етәрәк аҡҡоштар төйәк иткән күлде лә барып күрҙек.