Лагерҙың 14-се көнө
Июнь 12, 2025
Просмотров: 1119
1-се Этҡол урта мәктәбенең мәктәп янындағы көндөҙгө йәйге лагерҙың сираттағы көнө тағыла сағыу, фәһемле,файҙалы һәм мауыҡтырғыс осрашыуҙар менән үтте. Халыҡ булмышында төрлө кәсептәр, һөнәрҙәр һәм әйтеп бөткөһөҙ матур шөғөлдәр бар. Матур шөғөлдәргә эйә булыусы ауылдаштарыбыҙ бихисап. Шуларҙың береһе Әбелғәзин Мөдәрис ағай малайҙарҙы үҙенең заманса ҡулайлаштырылған, һәр көн һайын елдергән тимер аттарҙың тәгәрмәстәрен йүнәтеү серҙәре менән бүлеште. Малайҙар ҡыҙыҡһынып төрлө-төрлө һорауҙар бирҙеләр,ә инде үҙ эшен яратып башҡарған Мөдәрис ағай ентекле яуаптар бирҙе. Был осрашыуҙан бигерәктә малайҙар ҡәнәғәт ҡалдылар.