Лагерҙың 14-се көнө

Июнь 12, 2025 Просмотров: 1119

Аралбаева Зәйтүнә инәй менән бөтөнләй икенсе тойғолар, һоҡланыу уятты. Был өйгә килеп инеү менән күҙ нурҙары һалып сигелгән таҫтамалдар, картиналар өйҙөң эсен тулыһынса биҙәп тора. Был йортта боронғо һәм заманса сигеүҙәр күҙ яуын алалар. Күңел йылыһы һалынған сигеүҙәрҙән шундай сағыулыҡ, йылылыҡ һәм үҙ шөғөлөнә булған ысын һөйөү сағыла. Быуындан-быуынға күсә килгән матур халыҡ кәсептәре һәм шөғөлдәре оҙаҡ йылдар дауам итһен. Бөгөнгө  осрашыуҙан балалар ныҡ ҡәнәғәт ҡалды. Матур һөнәрле ауылдаштарыбыҙға ҙур рәхмәт.