Лагерҙың 15-се көнө
Июнь 13, 2025
Просмотров: 1969
#ЛетнийОздоровительныйЛагерь2025
1-се Этҡол урта мәктәбенең мәктәп янындағы көндөҙгө йәйге лагерының сираттағы көнө лә үтеп китте. Һуңғы йылдарҙа уҡтан атыу киң билдәлелек ала бара.Уҡыусыларҙың оҫталыҡтарын үҫтереү маҡсатында физкультура уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы оҫталыҡ дәресе үткәрҙе,атыу буйынса мәғлүмәт бирҙе.Балалар мауығып уҡтан аттылар.
Тәбиғәт менән аралашыу - һаулыҡ сығанағы. Уҡыусылар менән тәбиғәткә сығып саф һауала ял иттек, йәйге урмандың матурлығына һоҡландыҡ, ҡоштар тауышын тыңланыҡ. Матурлыҡты күрә белеү, уны фотоларҙа үҙенсәлекле итеп сағылдырыу—үҙенә күрә бер талант. Һәр бала үҙе күргән матурлыҡты фотоға төшөрөргә тырышты.