Беҙҙең «Йәш урмансылар» командаһы — Бөтә Рәсәй конкурсы финалында!
Март 27, 2026
Просмотров: 4
Беҙҙең «Йәш урмансылар» командаһы — Бөтә Рәсәй конкурсы финалында! 
Г.Ф. Морозов исемендәге мәктәп урмансылыҡтары Бөтә Рәсәй конкурсының федераль ситтән тороп ҡатнашыу этабына йомғаҡ яһалды. Шатлыҡлы хәбәр: 1-се Этҡол мәктәбенең «Йәш урмансылар» (Юный лесовод) командаһы финалға сыҡты!

Уҡыусыларыбыҙ «Урманды тергеҙеү» (Лесовосстановление) номинацияһында юғары һөҙөмтә күрһәтеп, республикабыҙ намыҫын федераль кимәлдә яҡлау хоҡуғын алды.
Финал апрель башында видеоконференция режимында үтәсәк. Команда ағзаларын һәм уларҙың етәксеһе Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматованы ошо ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Афариндар! Финалда уңыштар теләйбеҙ, беҙ һеҙҙең өсөн янып-көйәсәкбеҙ!