«Мул һыулы Һаҡмар» экологик акцияһы
15 май көнө Баймаҡ районы башҡортттары ҡоролтайы башҡарма комитетының «Мул һыулы Һаҡмар» экологик акцияһы районда старт алды һәм иң беренселәрҙән булып был мәртәбәле һәм сауаплы эште Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлап ебәрҙе. Өмәлә Б. Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбенең 2 класс уҡыусылары (класс етәкселәре Альбина Азат ҡыҙы), 4 класс уҡыусылары (класс етәкселәре Гөлсинә Рәүил ҡыҙы), 8 класс уҡыусылары (класс етәкселәре Вәлиә Зөбәйер ҡыҙы) ҡатнашты. Иҫке мәсет урынында төрлө ағас үҫентеләре, ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды.
Акция шулай уҡ 15 май- Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналды. Ауылыбыҙҙың өлгөлө күп балалы ғаиләләре: Хәсән һәм Гөлфинә Йәғәфәровтар, Фәнил һәм Сөмбөл Азаматовтар, Радик һәм Юлиә Хисмәтуллиндар, Фәнил һәм Сәриә Вәлитовтар, Илгиз һәм Гөлнар Байгилдиндар, аталы- уллы Рәмил һәм Иршат Йәғәфәровтар һәм башҡа ғаиләләр ағас үҫентеләре ултыртып ҡайттылар.