"Йондоҙҙар парады”
18 майкөнө мәктәптә "Һуңғы ҡыңғырау” алдынан иң өлгөлө уҡыусыларҙы "Йондоҙҙар парады”нда тәбрик итеү тантанаһы үтте. Байрамда мәктәптең алдынғы уҡыусыларын – йондоҙҙарын билдәләп, уларҙың уңыштары менән танышыу булды.
Быйылғы уҡыу йылын 10 отличник тамамлай. Уларҙы мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙыбилдәләп үтте.Мәктәптә үткәрелгән предмет олимпиадаларының еңеүселәрен уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Йәмғорова Дилә Рәүил ҡыҙы тәбрикләне. Район буйынса үткәрелгән "Фәнни- эҙләнеү” эшендә лә уҡыусылар үҙ көстәрен татып ҡаранылар һәм ун беренсе класс уҡыусыһы Аралбаева Ғәлиә уңышлы сығыш яһап, призер булды. «КРИТ» конкурсында «Анимация» номинацияһында һигеҙенсе класс уҡыусылары Мәхмүтов Йәмил еңеүсе, Азаматов Тайфур призер булдылар. Еңеүселәрҙе математика уҡытыусыһы Мәхмүтова Фәнүзә Фирғәт ҡыҙы ҡотланы.Халыҡ- ара Йәшел планета конкурсының региональ этабында туғыҙынсы класс уҡыусыһы Давлетбаева Тәскирә еңеүсе булды. Шулай уҡ район кимәлендә үткәрелгән төрлө ҡул эштәре буйынса конкурс еңеүселәре Маҡтау ҡағыҙҙарын алып ҡыуандылар.Еңеүселәрҙе билдәләү өсөн һүҙ методик берекмәләр етәксеһе Давлетбаева Фәнисә Әмир ҡыҙына бирелде.
Шулай уҡ кыш көнө үҙебеҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙға- ҡоштарға ярҙам итеү маҡсатынан «Тағараҡтар» акцияһы иғлан ителгәйне.Ижади ҡараш һәм тапҡырлыҡ күрһәткән уҡыусылар – 1 класстан Хисмәтуллин Арслан, Азаматова Алтынай, 2 кластан –Йосопова Зәлиә,Йортбәкова Нәргизә, 3 кластан Солтангәриев Ильназ, Миңғәлиева Азалия, Барлыбаева Алтынай, 4 кластан Миңғәлиев Ильяс иң оҫталары тип табылды. Ҡоштарҙың ярҙамсыларын тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
Шулай уҡ район кимәлендә үткәрелгән төрлө фоторәсемдәр, һүрәттәр конкурстарының еңеүселәрен байрамда тәбрик итеп, башланғыс кластар методик берекмәһе етәксеһе Йортбәкова Гөлсинә Рәүил ҡыҙы һөйләне.
Быйылғы йылда мәктәптә «Рассвет» хореографик студияһы үҙ эшен башланы. Шуныһыҡыуаныслыуҡыусыларыбыҙ, үҙҙәренеңһәләттәрентөрлөконкурстарҙаһынап, дәрлебейеүҙәременәнҡыуандырҙылар. Үҙенеңтәрбиәләнеүселәрен Мария Афзаловнағатәбрикләне.
2016-2017 уҡыу йылынан алып мәктәптә төрлө темаға ярашлы шиғырҙы яттан һөйләү конкурстары үтте. 10 май көнө урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнисә Әмир ҡыҙы етәкселегендә Бөйөк Еңеүҙең етмеш өс йыллығына арналған шиғыр бәйгеһе үтте. Бәйгелә ҡатнашып, еңеү яулаған уҡыусыларҙы ла билдәләп үтелде. Улар:
2-4 кластар араһында
1 урын Баимов Ансаф
2 урын Хәсәнова Әлиә
3 урын Хәсәнова Айгүзәл
«Өмөт» номинацияһындаХисмәтуллинИнйәр, Йәнтүрина Алина, Элина,
ИҫәнғоловҒәзизйән
5-7 класстарараһында
1 урын Хәсәнов Ильзат
2 урынХәсәновФаяз
3 урынЗәйнуллинАйгизәр
Айырым «Өмөт» номинацияһындаИшмурзин Батыр, Яикбаев Руслан билдәләнде.
Ваҡытлысаматбуғатҡаяҙылыукомпанияһыһәрсаҡактуаль тема. Беҙҙеңуҡытыусыларһәмуҡыусылар коллективы был мөһимэштә актив ҡатнаша. Быйылғыуҡыуйылында
3-cе класс- етәкселәре Барлыбаева Әлиә Исмәғил ҡыҙы
4-се класс- етәкселәре Йортбәкова Гөлсинә Рәүил ҡыҙы
6-сы класс-етәкселәре Хисмәтуллина Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы
«Аманат» журналына яҙылыуҙа актив ҡатнашып, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Рәхмәт хаттарын почта бүлексәһе етәксеһе Абулгазина Әнисә Ғәйнислам ҡыҙы, китапханасы Юсупова Миләүшә Фазулла ҡыҙы тапшырып үттеләр.Шулай уҡ мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙына ла «Аманат» журналының рәхмәт хаты бүләкләнде.
Беренсе Этҡол урта мәктәбенең район кимәлендә спартакида иҫәбенә үткәрелгән спорт ярыштарында беҙҙең мәктәп уҡыусыларының һөҙөмтәләре бик юғары, яулаған уңыштарын һанап бөтөрлөк түгел. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар яулаған уҡыусыларҙы зал түренә саҡырып, уларҙың уңыштары менән тамашасыларҙы ла таныштырып үтелде.
Уларҙың уңыштары – физик тәрбиә уҡытыусылары Рәсих Рәсүл улы Йортбәковтың, Ғәлиә Хәйҙәр ҡыҙы Каскинованың, тынғыһыҙ хеҙмәт емештәре.
Эйе, уҡыусыларҙың уңыштарының төп нигеҙе – уҡытыусының тынғыһыҙ хеҙмәте. Уҡытыусы белем тауына етәкләп мендереүсе, йондоҙҙарға илтер юлдар ярып, йондоҙ итеп ҡабындырыусы ул. Әгәр ҙә йондоҙҙар яна икән, тимәк, был кемгәлер кәрәк, бик мөһим. Йондоҙҙар балҡыр өсөн, яныр өсөн кәрәк. Әммә улар үҙҙәренән-үҙҙәре балҡымай бит, уларҙың балҡыуы уҡытыусылар ҡулында, хеҙмәтендә. Эйе, уҡытыусы һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, уҡыусыларҙы күренмәгән бейеклектәге йондоҙҙарға тиклем күтәрергә әҙер. Артабан байрам түренә олимпиадаларға, төрлө конкурстарға, ярыштарға әҙерләгән, шулай уҡ профессиональ конкурстарҙа урын алған уҡытыусыларҙы: Солтангәрәев Ф.Ф.,Мәхмүтова Ф.Ф., Гумерова В.З., Йортбәков Р.Р., Азаматова Ә.Ә.тәбрикләнде.
Бүләкләү танатанаһы сағыу, дәртле концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Тамашасылар сәләмәт тормош алып барыусы- спортсмен ҡыҙҙарҙың сығыштарын көслө алҡыштарға күмде. Сарағ а Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе башлығы Азаматова Гөлнур Йыһаннур ҡыҙының ҡатнашыуы оло мәртәбә өҫтәне.