«Яҙ һулышы-гүзәл зат»

Март 9, 2019 Просмотров: 30

7 март көнө әсәйҙәрҙе,өләсәйҙәрҙе ҡотлап башланғыс класс уҡыусылары «Яҙ һулышы-гүзәл зат » исемле байрам кисәһе үткәрҙе.
Кисә байрам монтажы менән башланып китте.Артабан һәр класс тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары байрамды үҙенсәлекле биҙәне. 3- сө класс уҡыусылары күрһәткән интермедиялар бик урынлы булды. Был байрамдан бер бала ла ситтә ҡалманы.Һәр кем йыр –бейеү аша үҙенең һөйөүен еткерҙе.Сараны 2 –се класс уҡыусыһы Кангилдин Эмиль менән 3-сө класс уҡыусыһы Йортбәкова Нәргизә йәнле итеп алып барҙылар.
Байрам әсәйҙәр менән берлектә үткәрелгән «Дарман» тапшырыуы аҫтында дәртле йырҙар йырлап тамамланды.