«Асыҡ ишектәр» көнө
16 март көнө 1-се Этҡол мәктәбе һәм балалар баҡсаһының планы буйынса «Асыҡ ишектәр» көнө үткәрелде.Был сара бик йөкмәткеле үтте.Буласаҡ уҡыусылар менән башланғыс кластар уҡытыусыһы Йортбәкова Г.Р. дәрес үткәрҙе. Дәрестә кескәйҙәр үҙҙәрен тәүге тапҡыр уҡыусы ролендә һынап ҡаранылар.Балалар парлы һәм төркөмдә эшләгән эштәрҙе бик яратып башҡарҙылар.
Артабан ата-әсәләргә «Бала мәктәпкә әҙерме?» тигән тема аҫтында Барлыбаева Ә.И. доклад уҡыны,ә социаль педагог балаларҙың мәктәпкә әҙерлеген тикшереп үтте.
Был сараны башланғыс класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән йәнле концерт номерҙары биҙәне.Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. кескәйҙәрҙе ата-әсәләре менән берлектә мәктәп буйлап экскурсия үткәргәндән һуң бәләкәстәрҙе тәмле төшкө аш өҫтәле көтә ине.Был сараның башынан аҙағына тиклем беҙҙең ныҡлы таянысыбыҙ,терәгебеҙ булып торған мәктәбебеҙ директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы үҙенең аҡыллы кәңәштәре менән оҙата барҙы.
«Асыҡ ишектәр» көнөнән балалар ҙа,ата-әсәләр ҙә бик ҡәнәғәт булып ҙур рәхмәттәр әйтеп таралыштылар.