“Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”

Май 18, 2019 Просмотров: 33

18 май көнө Батыргәрәй Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа  ихлас ҡушылды. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант — хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.

Теләге булған һәр кемгә диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеге бирелде, шулай уҡ диктанттың бурыстары булып  башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү;телмәр һәм яҙма коммуникацияның модалы һәм заманса алымы булараҡ башҡорт телен популярлаштырыу; башҡорт телен өйрәнеүгә ылыҡтырыу торҙо.