Спорт шәмбеһе

Май 20, 2019 Просмотров: 31

18 май көнө башланғыс класс уҡыусылары "Спорт шәмбеһе" исемле сараға йыйылдылар. Был сара "Беҙ сәләмәт тормош яҡлы" девизы аҫтында алып барылды. Башланғыс класс уҡытыусылары Барлыбаева Ә.И., Хәсәнова А.А., Хисмәтуллина Г.Ә. уҡыусыларға эстафета үткәрҙе. Эстафета башҡорт халыҡ уйындары нигеҙендә алып барылды. Уҡыусылар сәмләнеп ярыштылар, күтәренке кәйеф менән таралыштылар.