“Хәрби туғанлыҡ”

Май 28, 2019 Просмотров: 62

Ил алдында хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған ауылдаштарыбыҙҙың-Усманов Хәлис Миңлеғәле улы һәм Исмәғилев Кинйәбулат Аллабирҙе улының яҡты иҫтәлеген хөрмәтләү, уларҙың хаҡында хәтирәләр һаҡлау- ул тереләрҙең изге бурысы. Беҙҙең уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ошо маҡсаттан сығып 26 май көнө Б. Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта тулы дөйөм белем биреү мәктәбендә ҡуйылған таҡтаташҡа  ил сигендә хеҙмәт итеүселәр көнө уңайынан Баймаҡ районының “ Хәрби туғанлыҡ” төркөмө ойошторған автоуҙышта ҡатнашҡан сик һаҡсылары килде.

“Хәрби туғанлыҡ” төркөмөнөң етәксеһе Әмиров Р.Р. үҙенең сығышында Чечен һуғышында һәләк булған яҡташтарыбыҙ, уларҙың батырлыҡтары тураһында бәйән итте. Батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙ хөрмәтенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Сара барышында Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбе директоры Моталлапова М.Т. тантананың киләсәк быуын өсөнтәрбиәүи әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып китте. Беренсе Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Азаматова Гөлнур Йыһанур ҡыҙы ла сик һаҡсыларын тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Яуап һүҙе менән ҡанлы һуғыштарҙа һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре исеменән Усманова Көнһылыу апай сығыш яһаны. Әлбиттә, әсә кешенең һүҙҙәре күҙ йәштәре аша әйтелде.

Ауылдаштарыбыҙҙы  иҫкә алып, таҡтаташҡа сәскәләр һалынды.Килгән сик һаҡсыларын тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре предметы уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улының тәрбиәләнеүселәре сәләмләнеләр.5-се  класс уҡыусыһы Байымов Ансафтың сығышы ла әрме хеҙмәтенән әсәләргә яҙылған хат формаһында еткерелде.

Артабан Әмиров Рәмис Рәфис улы  Афған һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарыбыҙ Буранбаев Р.Б, Йосопов Ю.Ф., Мортазин Ш.Н. юбилей миҙалдары тапшырҙы.

Йылдар үтер, Хәлис, Кинйәбулат тураһындағы хәтер туғандары, иптәштәре, ауылдаштары, яҡташтары күңелендә ҡәҙерләп һаҡланыр. Киләсәк быуын батырҙарыбыҙ тураһында белергә тейеш.Ошондай егеттәр үҫтергән ерлектәге уҡыусылар киләсәктә ил һағына баҫырҙар һәм үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәрҙәр. Тик  һуғыштар бер ҡасан да  ҡабатланмаһын, илебеҙ тыныс, милләттәр дуҫ йәшәһен! Көндәребеҙ һәр ваҡыт яҡты, ҡояшлы булһын!