“Ырыу байрағы” өсөн алыш
Июнь 10, 2019
Просмотров: 30
Ҡаратал мәктәбендә “Алпамыша” спорт ярыштары программаһында “Ырыу байрағы” өсөн алыш булды. Уйын өсөн команда икегә бүленеп ҡаршы яҡ команданың байрағын алыуҙан ғибәрәт ине. Был юлы бөрйәндәр отҡорораҡ булып сыҡты. Артабан көн дауамында Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге призға ярыш булды.“Һаумы, һаумы, әкиәт!” тигән темаға Мәрзиә Әлибаева әңгәмә үткәрҙе. Фольклор нимә ул? Кем ул сәсән? Әкиәттәрҙе кем ижад итә? Мөхәмәтша Буранғолов тураһында белешмә - ошо темалар асыҡланды.
Балалар үҙҙәре әкиәт һайлап алып сәхнәләштерҙеләр.