"Ҡояшҡайҙа" - Буяуҙар көнө
Июнь 16, 2019
Просмотров: 31
Бөгөнгө көн "Ҡояшҡай" лагеры тәрбиәләнеүселәре өсөн "Буяуҙар" көнө булды. Балалар йәй миҙгеленә арнап һүрәт төшөрҙөләр. Шулай уҡ, һәр ырыу асфальтҡа йәй темаһына һүрәттәр эшләне. Был бәйгелә бөрйәндәр еңеүсе булдылар. Тәрбиәләнеүселәр араһынан иң матур һүрәт төшөрөүселәр ҙә билдәләнеп үтте.
Ҡаратал мәктәбендә “Йәйләү” батыры һәм һылыуы ярышы үтте. Конкурсанттар үҙҙәре менән таныштырҙы, прическа яһанылар, бейенеләр, малайҙар үҙҙәренең спорт өлкәһендә таҫыллыҡтарын күрһәттеләр.Һәм шулай уҡ ҡыҫҡа һорауҙарға ҡыҫҡа яуаптар бирҙеләр