Йәрминкә - 2019

Сентябрь 9, 2019 Просмотров: 31

Бөгөн, 8 сентябрь, Башҡортостан Башлығын һайлау мәлендә, асыҡ ишектәр көнө сиктәрендә Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Көҙгө муллыҡ» исеме аҫтында йәрминкә гөрләп үтте. Уҡыусылар көҙгө уңышты һатып ҡыуанһа, ата-әсәләр, ауылдаштар тәҡдим ителгән уңышты шатланып алдылар.
2-5-се класс уҡыусылары өсөн урта кластар башҡорт халыҡ уйындары үткәрҙеләр. Халыҡ ижады үҙәге директоры Нәҙербаева М.Ә. байрам менән ҡотланы, мәктәптең спорт залына шахмат бүләк итеп, спортсмендарға яңы үрҙәр, уңыштар теләне.