Шәфкәтлелек айы.

Сентябрь 28, 2019 Просмотров: 33

Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары шәфкәтлелек айына ихлас ҡушылып өлкәндәргә ярҙам итәләр.

26 сентябрь 7 класс уҡыусылары мәғариф ветераны Арсланова Миңзәлә Фәсхи ҡыҙына ярҙамға барҙы.Ҡыҙҙар сәскә баҡсаһын ,ә егеттәр картуф баҡсаһын таҙарттылар.Эш бөткәс, Миңзәлә Фәсхи ҡыҙы үҙе бешергән тәмле бәлештәре менән сәй эсерҙе. Балалар ҡыуанып ҡайттылар.

Ә 11 класс уҡыусылары Йәғәфәров Фәрит олатай менән Алсу инәйгә ярҙамға барҙылар.Ауылда уларҙың баҡсалары иң мул уңыш биргән, гөл сәскәгә күмелгән баҡсалар иҫәбендә. Уҡыусылар ҙа тос өлөш индереп, баҡсаны ҡыйҙан таҙартып, ерен баҫып ҡайттылар.Үҙ сиратында инәй менән олатай рәхмәт әйтеп ҡалдылар.

27 сентябрь көнө бишенсе класс уҡыусылары мәктәптең ветераны Байгилдина Алмира апайға тимур командаһына барып, ишек алдарын һепереп, баҡсаларын тырматып, ҡыйҙарҙы бер ергә өйөп тә ҡуйҙылар Ветераныбыҙ рәхмәттәр әйтеп, уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләп , тәмле алма менән һыйлап ҡалды.

Ошо уҡ көндө Ғәҙелбай уҡыусылары ауылдың оло инәйе Яйыҡбаева Әлифә инәйгә барып, ярҙам итеп, өлкәндәр көнө менән ҡотлап, концерт номерҙары менән сығыш яһанылар.

5 класс уҡыусылары «Олоғайыу –үҙе үк бәхет » исемле стенгазета сығарып, ҡартаталары, ҡартәсәләре, өләсәләре тураһында бәйән иттеләр.

Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары Ололар көнөнә үҙ өлөштәрен индереп, өлкәндәрҙән фатиха алдылар.