Спорт шәмбеһе үтте.
Сентябрь 28, 2019
Просмотров: 18
Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбендә шәмбе һайын төрлө саралар үткәрелеп бара. Бөгөнгө көндә лә башланғыс класс уҡыусылары өсөн спорт ярыштары ойошторолдо. Уҡытыусылар Йортбәкова Г.Р., Хәсәнова А.А., Хисмәтуллина Г.Ә. уҡыусылар өсөн күңелле эстафета үткәрҙеләр. Эстафетала уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштылар. Яңы көс, дәрт алып, күтәренке кәйефтә таралыштылар.