Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы тоталь диктант үтте

Октябрь 24, 2019 Просмотров: 23

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы үткәрелгән тоталь диктантта Беренсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары ла актив ҡатнашты. Диктант өсөн текстар Мостай Кәримдең балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренән алынды. Башланғыс класс уҡыусылары араһында Солтангәрәева Г., Азаматов А., Байгильдина А., Бикмурзина Ғ., Кангильдин Э., Рысбаева Н., Галина Н., Йәғәфәрова Д., Хәсәнова А., Йортбәкова Н. "5" билдәһенә яҙҙылар. Урта һәм юғары класс уҡыусылары араһында түбәндәгеләрҙең эштәренә "5" баһаһы ҡуйылды: Моталлапова Ә., Вәлитова Г., Мәхмүтова Л., Моталлапов Т., Галина Г., Мортазина А., Хәсәнов И., Хәлиуллина Г., Мәхмүтова Г., Дәүләтбаева Т., Алтынбаева Н., Буранбаева Г., Аралбаев С. Күпселек уҡыусыларҙың диктанттары "4"-ле билдәһе менән баһаланды. Насар баһа алған уҡыусылар булманы. Уҡыусылар үҙҙәренең эштәре менән туған телебеҙҙе, Мостай Кәрим ижадын яратыуҙы күрһәттеләр.