Халыҡтар берҙәмлеге көнө

Октябрь 26, 2019 Просмотров: 29

4 ноябрь тарихҡа алтын хәрефтәр менән яҙылған. Бөгөнгө заман күҙлегенән ҡарағанда, Халыҡтар берҙәмлеге көнө яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа өндәй. Был уның әһәмиәтен генә арттыра. Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләү уҡыусыларҙа патриотик һәм гражданлыҡ рухында тәрбиәләү, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо бурыстарҙы үтәү йәһәтенән каникул алдынан Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары өсөн класс етәкселәре тематик класс сәғәттәре үткәрҙеләр. Уҡыусылар берҙәмлек, тыныслыҡ, дуҫлыҡ, именлек тураһында фекер алыштылар.