Халыҡ-ара толерантлыҡ көнө

Ноябрь 17, 2019 Просмотров: 37

16 ноябрь Халыҡ-ара толерантлыҡ йәки түҙемлелек көнө булараҡ билдәләнә. Бөгөн Беренсе Этҡол урта мәктәбендә 8-11-се класс уҡыусылары өсөн "Толерант булыу..." исемле сара үтте. Уҡыусылар "Беҙ төрлө-төрлө, әммә беҙ оҡшашбыҙ", "Дуҫыма теләктәр" кеүек уйындарҙа ихлас ҡатнашты. Уйында ҡатнашыусыларға "Толерантлыҡ дәрәжәңде билдәләйек" исемле тест һорауҙары тәҡдим ителде. Кисә аҙағында уҡыусылар үҙҙәре толерантлыҡ ҡағиҙәләре сығарҙылар һәм кешеләр менән аралашҡанда түҙемле, итәғәтле, иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙың мөһимлеген аңлаттылар.