Әсәйҙәр көнө.
Ноябрь 27, 2019
Просмотров: 18
Әсәйҙәр көнө – иң күркәм, ҡәҙерле, яҡты байрам. Йыл һайын мәктәп уҡыусылары ер йөҙөндәге иң бөйөк байрамда ҡәҙерле кешеләрен-әсәйҙәрен үҙҙәренең белем усағына саҡырып тәбрикләйҙәр. Һәм бына быйыл да, шул традицияға тоғро ҡалып, “Әсәйем-алтыным!” исемле байрам сараһы үткәрҙеләр. Уҡыусылар был сараға бик тулҡынланып, ныҡлы әҙерләнде. Балалары тарафынан тәҡдим ителгән мәктәп тормошонан алынған төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар сәхнәләштереү әсәйҙәрҙең йөҙөндә йылмайыу булып сағылһа, ғәзиз әсәйҙәр тураһындағы йырҙар күҙ йәштәренә юл асты. Шулай уҡ уҡыусылар сәхнәләштергән “Йомро-йомро йомғағым ” әкиәте лә әсәйҙәргә бик оҡшаны.