«Йәш урмансылар» өмәгә сыҡты

Май 19, 2018 Просмотров: 48

16 май көнө Беренсе Этҡол урта мәктәбенең «Йәш урмансылар» түңәрәге ағзалары Зиннур күле буйын ҡоро ағастарҙан таҙартыу өсөн өмәгә сыҡты.7 класс уҡыусылары Рашев Заһир, Иҫәнғолов Бөрйән, Йәғәфәров Рамаҙан, Яйыҡбаев Руслан, Хәсәнов Фаяз, 6 кластан Хисмәтуллин Руслан менән Уразбаев Иҙрис тырышып эшләнеләр. Урман хужалығы тарафынан бүлеп бирелгән территорияны таҙартып, эшләнгән эштән дәрт-дарман алып, киләһе өмәлә ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләргә һүҙ ҡуйышып таралыштылар.