21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Февраль 21, 2019 Просмотров: 32

“Халҡым теле миңә - хаҡлыҡ теле,

Унан башҡа минең илем юҡ.

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юҡтың ғына теле юҡ”.

Рәми Ғарипов.

21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы 5-се класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәхмүтова Гүзәл Айҙар ҡыҙы тарафынан үткәрелгән дәрестә халыҡ шағирының мәшһүр “Туған тел” шиғырынан алынған ошо юлдар девиз итеп алынды. Дәрес барышында уҡыусыларға донъя телдәре тураһында мәғлүмәт еткерелде, улар араһында башҡорт теленең тотҡан урыны билдәләнде. Уҡыусылар туған тел, Башҡортостан тураһында үҙҙәре белгән шиғырҙарҙы хәтергә төшөрҙө, төрлө милләт кешеләренең үҙ-ара татыулығы тураһында фекер алыштылар, башҡорт теленә арнап үҙҙәре лә төркәмдәрҙә шиғыр ижад итеп ҡаранылар. Дәрес уҡыусылар башҡарыуындағы туған телгә арналған йыр менән күңелле нотала тамамланды.

11-се класта Р.Бикбаевтың " Халҡыма хат" шиғыры буйынса үткәрелгән дәрес 21 февраль- Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналды.Уҡыусылар шиғырҙың яҙылыу тарихы менән таныштылар,унда күтәрелгән төп проблеманы асыҡланылар.Туған теле,иле,халҡы менән генә һәр кем ысын кеше,шәхес була ала тигән фекергә килде уҡыусылар.