Шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде
Февраль 28, 2019
Просмотров: 66
Хәрби-патриотик айлыҡ буйынса төҙөлгән планға ярашлы, уҡыусылар араһында шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде. Сара барышында 2-8-се класс уҡыусылары Тыуған ил, Башҡортостан, атайҙар, һалдаттар тураһындағы төрлө авторҙар тарафынан ижад ителгән шиғырҙарҙы яттан һөйләп ишеттерҙеләр. Бының менән уҡыусылар үҙҙәренең илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә икәнлектәрен иҫбатланылар.