«Хәрәкәттә-бәрәкәт»

Апрель 20, 2019 Просмотров: 32

Башланғыс кластар аҙналығы бик матур һәм файҙалы үтте. Аҙналыҡта балалар теләп ҡатнашты, көн дә үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәттәр алып ҡайттылар. 20 апрель көнө аҙналыҡты йомғаҡлап «Хәрәкәттә-бәрәкәт» исеме аҫтында күңелле спорт уйындары үтте. Уҡыусылар командаларға бүленеп ярыштылар. Уйында өс команда ҡатнашты. Уйын аҙағында еңеүселәр билдәләнде. Уҡыусыларға ярыш бик оҡшаны.