Обелиск таҙартылды

Февраль 5, 2020 Просмотров: 17

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәк.Мәктәптә иғлан ителгән хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә үткәреләсәк күп саралар ошо иҫтәлекле датаға арналған. Беренсе Этҡол мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары яуҙа ятып ҡалған ата-олатайҙарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған обелискыға барып, уның тирә-яғын ҡарҙан таҙарттылар. Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән ветерандарыбыҙҙы , батырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу,хөрмәтләү - һәр кемебеҙҙең изге бурысы.