«Милли ризыҡтарыбыҙ» аш-һыу йәрминкәһе

Март 18, 2018 Просмотров: 37

18 март көнө 1-се Этҡол урта мәктәбендә Ғаилә йылына арналған «Милли ризыҡтарыбыҙ» исемле аш-һыу йәрминкәһе ойошторолдо. Сарала мәктәп уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар ҡатнашты. Һәр класс ризыҡтарҙы төрләндереп, матур биҙәп өҫтәл әҙерләне. 1-се урынды 8-се класс, 2-се урынды-3-сө класс, 3-сө урынды 6-сы класс алды. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр иғлан ителде, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Байрамда ҡатнашҡан бөтәгеҙгә лә рәхмәт белдерәбеҙ !