“Башҡорт теле көнө”
Декабрь 15, 2018
Просмотров: 32
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!
З.Биишева “Башҡорт теле”.
Башҡорт теле көнөн туған тел тураһындағы шиғырҙарҙы һөйләп, туған телебеҙҙә яңғыраған йырҙар йырлап ҡаршыланылар. 5-се класс уҡыусылары Башҡорт теле көнөнә арналған линейкала телгә маһирлыҡтарын һәм моңға һәләтле икәндәрен дә күрһәттеләр.
Урта класс уҡыусылары тоталь диктант яҙҙылар, юғары кластар “Туған телем – башҡорт теле” исемле викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.