Ҡайтам әле тыуған ауылыма, Йәшлеккә ҡайтам әле. Шау-гөр килеп уҡыған саҡтарҙы Иҫкә төшөрөп үтәм әле...

Июнь 12, 2019 Просмотров: 61

«Мәктәп йылдары... Ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре, иң иҫтәлекле ваҡиғалары менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Йылдар уҙғас та әле шул саҡтарға хәтеребеҙҙә тағы,тағы әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ. Икенсе йортобоҙға әйләнгән һөйөклө мәктәбебеҙҙә үткән һәр көн, һәр сәғәт беҙҙең хәтеребеҙҙә мәңгегә яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалыр» ошондай матур һүҙҙәрҙе һәр йыл һайын «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһында ишетәбеҙ. Әлбиттә, йылдар үтеү менән тыуған мәктәбенә әйләнеп ҡайтҡан класташтар осрашыуында изге төшөнсәгә эйә булған һүҙҙәр юҡҡа ғына әйтелмәгәнен аңлайһың.

Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә 11 июнь көнө мәктәпте бынан 50 йыл элек тамамлаған уҡыусыларҙың осрашыу кисәһе уҙҙы. Мәктәп тамамлаусылар илдең ниндәй генә төбәгендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, был көндө тыуған мәктәбенә үҙен уҡытҡан уҡытыусылары, һабаҡташтары, балалыҡ дуҫтары менән осрашыуға ҡайтты. Әлбиттә, яратҡан уҡытыусыларынан РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ҡолмурзина Зөбәйҙә Зәйнулла ҡыҙының килеүе лә байрамға оло мәртәбә өҫтәне.

Ҡайтыусылар араһында Байконурҙа хеҙмәт итеп, хәҙерге ваҡытта хаҡлы ялдағы хәрби табип, подполковник Һунарғолов Нур Мөхтәр улы ла бар ине.

Осрашыуға килеүселәр өсөн мәктәп директоры Моталлапова М.Т. коллективтың бөгөнгө йәшәйеше, уңыштары тураһында һөйләп үтһә, тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. мәктәп буйлап йөкмәткеле экскурсия үткәрҙе. Шулай уҡ ҡунаҡтар «Ҡояшҡай» ял һәм һауыҡтырыу лагеры тәрбиәләнеүселәре менән осрашып, үҙҙәренең бүләктәрен тапшырҙылар. Яуап һүҙе менән тәрбиәсе Мәхмүтова Г.А ҡыҙы сығыш яһаны.

Әлбиттә, осрашыуға килгән һабаҡташтарҙың күрешеүе, һәр ҡыуаныслы ваҡиға кеүек, бер ҡыҫҡа ғына мәл булып үтеп китәсәк. Әммә ошо мәлдән ҡалған шатлыҡлы кисерештәр бик оҙаҡ ваҡыт уларҙың күңелдәрен йылытып торасаҡ.