Башҡорт теле көнө

Декабрь 16, 2019 Просмотров: 43

Башҡорт теле көнө .

14 декабрь көнө беҙҙең мәктәптә ҙур сара-башҡорт теле көнө үткәрелде. Иртәнсәктән уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы башҡорт йырҙары ҡаршы алды. Класс етәкселәре тарафынан 2-4 класс уҡыусылары башҡорт теленән тырышып диктант яҙҙылар,белемдәрен тулыландырҙылар. Артабан Барлыбаева Әлиә Исмәғил ҡыҙы шиғыр бәйгеһе үткәрҙе. Уҡыусылар ихлас әҙерләнеп килгәндәр,әүҙем ҡатнаштылар. Сара аҙағында күмәкләшеп саф башҡортса йырланыҡ һәм бейенек.

Шулай итеп,башҡорт теле көнө шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Был көн уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр, тыуған телебеҙгә һөйөүҙәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыр тип ышанғы килә.