1. Родителям
  2. Новости
  3. Субботник

Субботник

Май 11, 2018 Просмотров: 37

«Таҙа кесе йома» акцияһы нигеҙендә 5, 6, 10 класс уҡыусылары класс етәкселәре Фәнүзә Фирғәт ҡыҙы, Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы һәм Әлфирә Әхмәт ҡыҙы менән берлектә мәктәптең ҡарағай баҡсаһынын таҙартып, ҡыйын йөк машинаһына тейәнеләр. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре, Альбина Азат ҡыҙы алма баҡсаһын рәткә килтерҙеләр. 8 класс уҡыусылары класс етәкселәре Вәлиә Зөбәир ҡыҙы менән мәғариф ветераны Хисмәтуллина Фәниә Фәсхи ҡыҙына Тимур командаһына барып, баҡсаһын сүп- сарҙан таҙартып, ерен баҫып ҡайттылар. 4 класс уҡыусылары класс етәкселәре Гөлсинә Рәүил ҡыҙы менән ауыл мәсетенең утынын өйөп ҡуйҙылар. Уҡыусылар бик тырышып эшләнеләр.Мәзин Мәхмүтов Азат ағай ҙа, Фәниә Фәсхи ҡыҙы ла ҡыуанышып, уҡыусыларҙың яҡшы уҡыуҙарын, тәртипле булыуҙарын теләп, рәхмәттәр уҡып ҡалдылар.

Ғәҙелбай уҡыусылары Әлиә Исмәғил ҡыҙы һәм Мәлгинә Әхтәм ҡыҙы менән Батҡаҡлы буйын, автобус туҡталашын сүп -сарҙан таҙартыуҙа ҡатнаштылар.