1. Родителям
  2. Новости
  3. «Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух»

«Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух»

Сентябрь 17, 2018 Просмотров: 39

15 сентябрь көнө Беренсе Этҡол мәктәбендә «Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух» исемле көҙгө кросс байрамы үтте. Был байрамға тәбиғәт тә битараф булмағандай, көн ҡояшлы, аяҙ торҙо. Сәғәт 11.00 спорт кейемендәге уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр мәктәп янындағы аҡланға йыйылды. Физкультура уҡытыусыһы Рәсих Рәсүл улының сығышынан һуң мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы уҡыусыларҙы ҡотлап сығыш яһап, спорсмендарға уңыштар теләп байрамды асты.

Һәм бына тәүгеләрҙән булып башланғыс класс уҡыусылары, артабан урта класс уҡыусылары, өлкән класс уҡыусылары, ата-әсәләр йүгереп киттеләр. Беренселәрҙән булып финишҡа Солтангәриев Алсын, Иҫәнғолова Гүзәл, Рыҫҡужин Инсаф, Хәсәнова Айгүзәл, Йәғәфәрова Ләлә, Хәсәнов Фаяз, Азаматова Руфина, Фәйзуллина Зөбәржәт, Сөләймән Риф, Абдрахимов Ильяс, Гөлсинә Рәүил ҡыҙы, Әлфирә Әхмәт ҡыҙы, Мансур Хәбир улы беренселәрҙән булып финиш һыҙығын үттеләр. Шулай итеп һәр класс үҙенә бирелгән дистанцияны уңышлы үтеп беренсе, икенсе, өсөнсө урындар билдәләнде.

Барлыҡ призерҙар грамоталар һәм Азаматов Мансур Хәбир улы әҙерләгән миҙалдар менән бүләкләнде, әммә иң төп бүләк – ҡурҡыуҙы еңеп, дистанцияны үтә алыу. Республикабыҙҙың киләсәге һау-сәләмәт булһын өсөн үткәрелгән ярыштан барыһыла ҡәнәғәт ҡалды.

Спорт ярышы тәмле сәй табыны менән тамамланды