“Йәшә, урман!” акцияһы
Октябрь 13, 2018
Просмотров: 21
10 октябрь көнө Республика көнөнә арналған һәм “Йәшә, урман!” акцияһын дауам итеп 1-се Этҡол ауыл биләмәһе менән берлектә Әлфирә Әхмәт ҡыҙы етәкселегендәге “Йәш урмансылар” түңәрәге тәрбиәләнеүселәре «Зәйтүнә” ҡоҙоғона ағас ултырттылар. Уҡыусылар һәм дә етәксе әҙерләгән ағас үҫентеләре шаулап үҫеп, ҡоҙоҡ янына ял итергә килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыр тигән өмөттә таралышты өмәселәр.