1. Родителям
  2. Новости
  3. "Иман нуры йөҙҙәрҙә"

"Иман нуры йөҙҙәрҙә"

Декабрь 13, 2018 Просмотров: 38

Кешелеклелек- иң төп сифат.Быға ирешеү өсөн үҙеңдә намыҫлы, тәртипле, әҙәпле булыу күнекмәләре тәрбиәләргә кәрәк. Былар- кешеләге иң күркәм сифаттарҙыр. Ошо маҡсаттан сығып 7 декабрь көнө Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә ауыл мәсете ярҙамы менән уҡыусылар араһында Ҡөръән, сүрәләр ятлау буйынса “Иман нуры йөҙҙәрҙә” исеме аҫтында  конкурс  уҙғарҙыҡ.

      Конкурсҡа оло йәм өҫтәп мәсеттең имам-хатибыАзамат Ғәҙелмурзин, ауылдың аҡһаҡалдары менән ағинәйҙәре лә байрамға килделәр. Уларҙан тыш Ғәҙелбай, Ғүмәр, Сыңғыҙ ауылдарының иман-хатиптары, мәзиндәре лә ҡатнаштылар.

        Конкурсты асып, ауылыбыҙҙың имамы Азамат Ғәҙелмурзин барыһын да байрам менән ҡотлап үтте һәм оло йыйынға фатиха бирҙе. Конкурс барышында балаларҙы «Нимә ул Мәүлит» байрамы менән таныштырып, Ҡөръән уҡыны. Балаларға бәйгелә еңеллек теләне.

          Бәйге бик сәмле барҙы. Башланғыс кластар араһында

 1-се урынды 4 класс уҡыусыһы Мәхмүтова Нилә

2- се урынды  Барлыбаева Алтынай, Солтангәрәев Алсын

3-сө урынды Вәлитова Гөлкәй, Моталлапова Әминә, Хәсәнова Айгүзәл.

Өлкән кластар араһында

  1. -    се урынды лайыҡлы рәүештә  Йәғәфәров Рамаҙан
  2. -    се урын Мәхмүтова Ләйсән, Хәсәнов Илзат
  3. -    сө урын Ишмурзин Батыр, Мәхмүтов Йәмил алдылар.

Конкурста йәмғеһе 32 бала ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, быйылғы конкурсты үткәреүгә  мәсеттәрҙең имамдары ҙур көс һалды:  ҡатнашҡан һәр балаға үҙҙәре  әҙерләп алып килгән  бүләктәрҙе тапшырып, оло фатиха алғандарҙыр тип уйлайбыҙ.Тағы ла еңеүселәрҙе хажиә Дилә апай Галина бүләкләп үтте.

Ошо  матур сараға депутат Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова менән хакимиәт башлығы Азаматова Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы ла бүләктәре менән килделәр. Йылдағыса уҡыусылар бик күп иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуандылар.

Кисәнең икенсе өлөшөндәбыйыл ППМИ программаһында ҡатнашып мәктәп тәҙрәләрен алыштырырға барлыҡ халыҡ менән ошо  оло эште ойошторған, аңлатыу эше алып барған, аҡса йыйған инициатив төркөм ағзаларына   мәктәп директоры Моталлапова Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был исемлеккә мәктәп коллективынан Йортбәкова Г.Р., Барлыбаева Ә.И., Дәүләтбаева С.Р., Хәсәнова А.А.,Азаматова Ә.Ә., Шәйхисламова З.Х. бар ине. Мәғариф ветераны Хәмитов Р.Х., ата-әсәләр араһынан Йәғәфәрова Г.Н., Вәлитов Ф.Ф., Рәхимғолова Г.М., Иҫәнғолова Р.В., Исмәғилова Г.Ә. билдәләп үтелде. Шулай уҡ депутат Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолова  менән хакимиәт башлығы Азаматова Гөлнур Йыһаннур ҡыҙына ла оло ярҙамдары өсөн Рәхмәт хаттары бирелде.Ошо исемлектә әлбиттә, 100 меңлек ярҙам итеүсе Мөхәммәт олатай Юлыев та бар ине.

 Байрам сараһынан һуң  мәктәп директоры М.Т. Моталлапованың ғаиләһе һарыҡ һуйып, ППМИ программаһын уңышлы башҡарғандары өсөн рәхмәт әйтеп, табын ҡорҙо.Әлбиттә мәктәп коллективы ҡыҙҙары ла ситтә ҡалманы.Барлыҡ бәйгеге килгәндәр, саҡырылған ҡунаҡтар бергәләшеп бишбармаҡ ашап, сәй табыны артында дауам итте.