1. Родителям
  2. Новости
  3. Зәкиә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова менән осрашыу

Зәкиә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова менән осрашыу

Январь 22, 2019 Просмотров: 32

22 ғинуар көнө Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол мәктәбе тарихына тағы ла бер бит өҫтәне. Уҡыусылар ауылыбыҙ ағинәйе, алдынғы ҡарашлы, оҫта ҡуллы, телгә маһир ауылдаштары – үткән йылдың декабрь айында ғына үҙенең ҡулына “Яҙмыштарҙан юҡтыр уҙмыштар...” исемле тәүге шиғырҙар һәм хикәйәләр, хәтирәләр йыйынтығын алған Зәкиә Хәмзә ҡыҙы Сөләймәнова менән осрашты. Зәкиә Хәмзә ҡыҙы балаларға шиғырҙарын, хикәйәләрен ташҡа баҫырға нисек йөрьәт итеүе, ниндәй мәлдәрҙә үҙенә илһам килеүе хаҡында һөйләне, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Йыйынтыҡ баҫылып сыҡҡандан һуң ижад ителгән шиғырҙарын тыңлаусыларға тәҡдим итте. 5-се класс уҡыусылары Байымов Ансаф менән Мәхмүтова Ләйсән авторҙың телһөйәрлек, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған иң матур шиғырҙарын яттан һөйләп ишеттерҙеләр. Мәктәп коллективы һәм уҡыусылар Зәкиә Сөләймәноваға иҫәнлек-һаулыҡ, ижад ҡомарының һүнмәүен теләне, яңынан-яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалыуын белдерҙе.